Тәржемә
Сәләм! Ысынлап та, ҡайһы бер тәржемәләр тураһында килешкәндә шәп булыр ине. 1) -рға/-ргә тип тәржемә иткәндә төймәләрҙең тәғәйенләнеше тулыраҡ асыла һымаҡ күренде 2) Ҡайһы бер һүҙҙәр менән ысынлап та ҡыйынлыҡтар тыуа - һәр һүҙҙең тәржемәһе тураһында айырым килшергә кәрәктер ул. Ниндәйҙер һүҙҙәрҙе бөтөнләй тәржемә итеп булмай, ҡайһы берҙәренә үҙебеҙҙең тәржемәбеҙҙе тәҡдим иткәндә шәп булалыр – ни тиһәң дә, техник һүҙҙәр тәржемәһендә беҙ беренселәр булабыҙ бит :)
Версия һүҙе бер нисә урында өлгө тип тәржемә ителгән ине, мин уны шуға күргән урындарҙа өлгө тип төҙәтеп килдем; Файл, директория, папка, журнал тигән һүҙҙәрҙе шул килеш ҡалдырырға тура килә инде; Подстраница тигән һүҙҙе шул килеш ҡалдырғы килмәй, әммә уның урынына ниндәй һүҙ ҡулланырға икәнен дә белеп булмай
1) Риза. 2) Уртаҡ терминдарҙы билдәләү өсөн http://translatewiki.net/wiki/User:Haqmar/Bashkortsa битен ҡулланырға була.
Ғәҙәттә мин http://mfbl.ru/bash/bashlex адресындағы һүҙлекте ҡулланам, мәғәнәһенән шикләнһәм. Тик ҡайһы бер терминдарҙың ул һүҙлектәге тәржемәһенә ышанып булмай. Национализация һүҙен ҡарағандан һуң.